Файл: Конкурс "халы шаиры" Лучшая методическая разработка " шиЫРарым, Е бит йРК аным, Е иманым мине, К Йшем".docx

ВУЗ: Не указан

Категория: Не указан

Дисциплина: Не указана

Добавлен: 04.02.2024

Просмотров: 19

Скачиваний: 1

ВНИМАНИЕ! Если данный файл нарушает Ваши авторские права, то обязательно сообщите нам.

РЕСПУБЛИКАНСКИЙ ЛИТЕРАТУРНО-ТВОРЧЕСКИЙ КОНКУРС “ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ”

Лучшая методическая разработка

ШИҒЫРҘАРЫМ, ҺЕҘ БИТ ЙӨРӘК ҠАНЫМ,

ҺЕҘ ИМАНЫМ МИНЕҢ, КҮҘ ЙӘШЕМ”

(“Аҡ шишмә” китабы буйынса интеллектуаль алыш)


Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы,

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ аспиранты,

Салауат районы Мәсетле төп дөйөм

белем биреү мәктәбенең башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Кластан тыш сара.

Назар Нәжмиҙең “Аҡ шишмә” китабы буйынса юғары кластар өсөн интеллектуаль алыш.

Маҡсат: уҡыусыларҙы шәхес булараҡ шағир тормошо менән ҡыҙыҡһындырыу, Назар Нәжмиҙең йыр-шиғри ижадына иғтибарҙы йәлеп итеү; шиғриәтенең тәрән лирикаһына, тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү; әхлаҡи-эстетик тәрбиә биреү.

Йыһазлау: плакаттар, интеркатив таҡта, Назар Нәжми ижадына арналған күргәҙмә, әҙиптең шиғырҙарына яҙылған йырҙар теҙмәһе, уйын өсөн ике
Сара барышы. (талғын ғына көй уйнай)

Уҡытыусы: Ваҡыт нисек барыуы билдәһеҙ. Бер быуын икенсеһен алмаштыра. Шиғриәт донъяһы үҙ закондары буйынса хәрәкәт итә, ә шиғриәт-ул кешелек йыһаны. Был мөғжизәле донъяла “шиғри йондоҙҙар” туҡтауһыҙ тыуа һәм ҡабына. Берәүҙәр янып-көйә һәм “хужалары” иҫән саҡта уҡ бөтөнләйгә юҡҡа сыға, икенселәрҙән күңел яҡтыһы тиҫтә йылдар дауамында беҙгә килеп етә. Һәм аҙҙар ғына, бик аҙҙар ғына ваҡыт үткән һайын сағыуыраҡ һәм сағыуыраҡ төҫтәрҙә халыҡтың “тере йәнен” быуаттарҙан-быуаттарға йылыта. Башҡортостаныбыҙ йондоҙлоғонда шундай йондоҙҙарҙың береһе – Назар Нәжми исеме. Ул - мәңгелек...

  1. Назар Нәжми тураһында иҫкә төшөрөү, презентация ҡарау: https://yandex.ru/video/preview/4654553721481136800 .

Уҡытыусы: Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Назар Нәжми - күренекле лириктарҙың береһе, үҙенең матур шиғырҙары менән ул башҡорт шиғриәтенең алтын хазинаһына инде. Бөгөн беҙ әҙәбиәтебеҙҙең аҫыл өлгөләренең береһе - әҙиптең “Аҡ шишмә” китабы буйынса интеллектуаль алышҡа йыйылдыҡ.

  1. Интеллектуаль алыштың ҡағиҙәләре менән таншытырыу, командаларға бүленеү. (Ике команда, һәр ҡайһыһы үҙенә исем уйлай). Презентацияла эштәр күрһәтелә бара, ҡайһы команда беренсе булып төймәгә баҫа-шул яуап бирә. Таҡтала һәр команданың мәрәйҙәре ҡуйылып бара. Иң күп мәрәй йыйған команда –Еңеүсе.


Уҡытыусы: Шулай итеп, алышты башлайыҡ! Иң беренсе Назар Нәжми менән бәйле булған исемдәрҙе иҫкә төшөрәйек. Һеҙҙең алда “Һүҙҙәр болото”. 1 минут ваҡыт эсендә булған һүҙҙәрҙе барлап, бәйләнешле текст төҙөгөҙ. Кем әҙер – төймәгә баҫа.


Йомғаҡ яһау, мәрәйҙәр өҫтәү.

Уҡытыусы: Афариндар! Алышты дауам итәбеҙ. Икенсе эшебеҙ – “Ребустар”. Дөрөҫ сисһәгеҙе, йыйынтыҡҡа ингән шиғыр исемдәрен табырһығыҙ. Кем беренсе-төймәгә баҫырға онотмайбыҙ!

А) “Яҙмыш”

,




+


Б) “Арғымаҡ”

,

+


В) “Аҙаштар”



+ +


ҡаҙ + таш+ҡоштар

Г) “Көҙән”

,,

+
Йомғаҡ яһау, мәрәйҙәр өҫтәү.

Уҡытыусы: Был эште лә еңел башҡарҙығыҙ! Афарин! Киләһе эшебеҙ – “Йырҙы таны” тип атала. Белеүегеҙсә, Назар Нәжми шиғырҙарына бик күп көйҙәр яҙылған. Бөгөн улар барыбыҙ ҙа яратып тыңлаған, башҡарған йырҙарға әүерелгән. Кем йырҙы таный-төймәгә баҫа.

А) “Батырҙар йыры”

Б) “Юҡҡа түгел”

В) “Өфө йүкәләре”

Г) “Ҡышҡы романс”

Д) “Атай йорто”

Йомғаҡ яһау, мәрәйҙәр өҫтәү.

Уҡытыусы: Назар Нәжми үҙенең шиғырҙарында Тыуған илгә, тәбиғәткә булған һөйөүен күрһәтә. Арҙаҡлы шәхестәргә лә үҙенең күңел түрендә йөрөткән уйҙарын шиғыр юлдарына һала. Киләһе алышта беҙ һеҙҙең менән шағирҙың ниндәй әҙиптәргә бағышлап яҙғанын асыҡлайбыҙ. “Кемгә бағышланы?” Кем беренсе яуап таба-төймәгә баҫырға онотмай.



А) “..Көҙән – ул ауыл

Истанбул – ҡала.

Көҙәндә тыуа,

Тыуа бер бала.”(“Көҙән” шиғыры, Зәки Вәлиди иҫтәлегенә)

Б) “ Диңгеҙ яры...Ҡая ташҡа баҫып,

......... тик бер йыр йырлаған.”(“Шаляпин ҡаяһы”)

В) “Беләм, бер саҡ һәйкәл ҡуйыласаҡ

Композитор ....... ........ ” ()

Г) “Һәләк булдың...китте алып

Һине яуҙың яралары.” (“Шәриф Бикҡол иҫтәлегенә”)

Д) “Исемдәрен белеп бөткөһө күп

Шағирәле булды еребеҙ.

Ваҡытында һеҙ бит Кәти менән

Ике генә бөртөк инегеҙ.” (“Үҙең әсә, үҙең һаман бала” шиғыры, Фәүзиә

Рәхимғолова иҫтәлегенә)

Йомғаҡ яһау, мәрәйҙәр өҫтәү.

Уҡытыусы:Бик яҡшы! Иғтибарлы булыу уҡыусының эшен күпкә еңеләйтә. Назар Нәжми шиғырҙары төрлө төҫтәргә буялған. Кәрәкле һүҙ таба алмағанда, шағирҙар хис-тойғолар буяуына бөтөнләй икенсе, халыҡҡа таныш булмаған донъя, яҙыусының эске донъяһы килеп сыға. Әҙип үҙенең ижадында ниндәй төҫтәр ҡуллана икән? Киләһе эшебеҙҙә шуны асыҡларбыҙ. Кем яуапты беренсе таба-төймәгә баҫа.

1) “Үрсоҡорҙан сыҡҡан ..... шишмәнең

Аҡҡан ғүмере күпме йылдыр ул.”

а) һары б) аҡ в) зәңгәр

2) “Май аҙағы - яҙҙың һуҫғы юлы,

Ер йөҙөндә йәп-йәш ...... төҫ.”

а) күк б) аҡ в) йәшел

3) ... ҡар яуа... Әйтерһең дә, ер йөҙөндә

..... ҡар бар, ...... ҡар бар, ..... ҡар бар.”

а) ҡара, ҡыҙыл, йәшел, кук б) аҡ, һары, йәшел, ҡара

4) “Ҡандаулы тау аҫты болон

Ағиҙел алҡын аға.

....... киңлектәр үҙенә

Йәнеңде тартып ала.”

а) күк б) йәшел в) зәңгәр

5) “Матур була ..... йәйҙәр

Хуш еҫтәр менән.

Матур була кеше йәне

Саф хистәр менән.”

а) зәңгәр б) ҡыҙыл в) йәшел

Йомғаҡ яһау, мәрәйҙәр өҫтәү.

Уҡытыусы: Һәр халыҡтың ғорурланырлыҡ кешеһе бар. Шундай кешеләрҙең береһе - Назар Нәжми. Үҙенең ижады менән ул халҡына ҙур файҙа килтергән. Киләсәктә һеҙ ҙә тыуған илебеҙҙең кәрәкле кешеләре булып, яҡындарығыҙ ғорурланырлыҡ итеп балҡып йәшәгеҙ. Интеллектуаль алыштың һуңғы эше – “Синквейн”. Шағир ижады һеҙҙең күңелдәрҙә ниндәй хистәр уятты икән? Кем беренсе, һәм әлбиттә йөкмәткеле синквейн төҙөй – шуны һынап ҡарайыҡ. Төймәгә лә баҫырға онотмайбыҙ.

НАЗАР НӘЖМИ

Аҡыллы, талантлы

Тоя, һынландыра, йәшәй.

Лайыҡлы өлгө күптәргә.

Шағир.

Йомғаҡ яһау, мәрәйҙәр өҫтәү.

Уҡытыусы: Назар Нәжми тормошо йондоҙ балҡышына тиң. Ә уның шиғриәт факелы, йәне һаман балҡып тора һәм мәңге яҡтыртыртыр, тип уйлайым. Бөгөнгө сарала берегеҙ ҙә һынатманы, афариндар! Әҙиптең ошо йыйынтығында туҡталып ҡалмай, башҡа шиғыр-поэмаларын да яратып уҡырһығыҙ, тип ышанам. Уңыштар һеҙгә!