Файл: 8 Март сйр байрамы! Масат.doc

ВУЗ: Не указан

Категория: Не указан

Дисциплина: Не указана

Добавлен: 09.11.2023

Просмотров: 60

Скачиваний: 2

ВНИМАНИЕ! Если данный файл нарушает Ваши авторские права, то обязательно сообщите нам.

8 Март – Әсәйҙәр байрамы!

Маҡсат: Матур һөйләү күнекмәләрен үҫтереү; уҡыусыларҙың һәләтен асыу, үҫтереү; әсәйҙәрҙе ихтирам итеү,яратыу сифаттарын үҫтереү, тәрбиәләү; әсәйҙәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү. Балаларҙы ата – әсәйҙәр менән берлектә тәрбиәләү бәйләнешен нығытыу. 

Йыһазлау: Класс байрамса биҙәлгән, шарҙар, плакаттар эленгән.

Уҡытыусы: Әсәй! Ер йөҙөндәге иң гүзәл һүҙ ул, әсәй һүҙе. Ул – кеше тәү башлап әйткән һүҙ, һәм ул донъялағы бөтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Әсәнең ҡулдары – иң мәрхәмәтле һәм һөйкөмлө ҡулдар. Улар нимә генә эшләй белмәй. Әсә йөрәге – иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк. Унда бер ваҡытта ла яратыу хисе һүрелмәй. Нисә генә, биш йәки илле йәш булмаһын - әсә һиңә һәр саҡ кәрәк. Әсәне нығыраҡ яратҡан һайын һиңә күңеллерәк һәм шатлыҡлыраҡ була бара. Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр, апайҙар, һеңлекәштәр! Яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ –ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө шаулап-гөрләп килеп тә етте. Мин бөтәгеҙҙе лә был тантана менән ихлас ҡотлайым. Әсәйҙәрҙең йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен өсөн бөтәһен дә эшләйек, шунда ғына тормошобоҙ йәмле, ҡотло булыр. Бөтәгеҙгә лә изге теләктәр теләйем.

6-сы класс сығыш яһай.

  1. Йыр “Әсәйем,ҡәҙерлем

1-се уҡыусы: Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр, уҡыусылар, уҡытыусылар! Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ! 2-се уҡыусы: Көндөң яҡтылығы-ҡояшта, Күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа, Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.  Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ. Ҡәҙерләйеҡ беҙ  әсәйҙәрҙе, ололайыҡ! Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын, тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен! Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡытта  ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын! 3-сө уҡыусы: Килеп етте 8 март, Әсәләр, был һеҙҙең көнөгөҙ. Һеҙ үҫтергән балаларҙан бөгөн Ҡайнар ҡотлау ҡабул итегеҙ. 4-се уҡыусы: Ҡотлайбыҙ, һеҙҙе әсәйҙәр, Көләс йөҙлө өләсәйҙәр, Эшкә уңған апайҙар, 8 март менән.

5-се уҡыусы: Әсәй – иң ҡәҙерле һүҙ, Унда – йылылыҡ, яҡты! Шуға ла беҙ бәхетле, Беҙҙең әсәйҙәр яҡшы! 6-сы уҡыусы: Тыуған илкәй ғорурлана Һеҙҙең көс, хеҙмәт менән. Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, Өлгө алабыҙ һеҙҙән! 7-се уҡыусы: Әсә - бөйөк исем!   Нимә етә әсә булыуға. Ҡатындарҙың бөтә матурлығы Сибәрлеге әсә булыуҙа. 8 – се уҡыусы: Айҙан, ҡояштан ҡәҙерле Һин ул әсәйем! Иң яғымлы,иң һөйкөмлө Һин ул әсәйем! Таңдар ҙа нурлыраҡ, Көндәр ҙә йылыраҡ, Күңел дә йылыраҡ, Янда һин булғанда. 9 – сы уҡыусы: “Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                    Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел. Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт. Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!


Ҡыҙҙар башҡарыуында “Әсәйемә”йыры.

1- се уҡыусы: Әсәйҙәрҙең әсәйҙәре, Беҙҙең өләсәйҙәребеҙ. Һеҙгә - иң һәйбәт шиғырҙар, Яғымлы һүҙҙәребеҙ. 2 – се уҡыусы: Ауылдағы өләсәйгә Һоҡланмаған кеше юҡ. Бөтәһе лә маҡтай уны: «Уңғанлыҡта – ише юҡ». 3 – сө уҡыусы: «Аптырарһың, - тиҙәр уға, - Белеме булмаһа ла, Гөлдәй балаҫтар туҡый ул, Киндер ҙә һуға ала».

4 – се уҡыусы: Өләсәйем йырсы минең, Оҙон көйҙәр көйләй ул. Төндәр буйы әкиәттәр, Риүәйәттәр һөйләй ул. 5 –се уҡыусы: Йомшаҡ ҡулдары яғымлы, Беҙҙе иркәләп һөйгән. Әсәйҙе лә ошо ҡулдар Наҙлай-наҙлай үҫтергән. 6– сы уҡыусы Өләсәйем иртүк тора, Самауырын ҡайната. Тәмләп-тәмләп сәй эсергә Унан беҙҙе уята. 7 – се уҡыусы: “Тор, үҫкәнем, ҡояш ҡалҡты, Етеп килә төшлөккә. Иртә торһаң, яуып торор Бәхет һеҙҙең өлөшкә.” Өләс менән сәй эсеүе Үҙе бер байрам инде. Ҡасан ғына уҡыу бөтөп, Ауылға ҡайтам инде… 8 – се уҡыусы: Өләсәйем ойоҡ бәйләй, Энәһе ялт-йолт итә. Итәгендәге йомғағы Иҙәнгә төшөп китә. Аҡ бесәйем күреп ҡалып, Йүгереп барып етә. “Һә” тигәнсе йомғаҡты Өләсәйгә йүгертә. 9 – сы уҡыусы: Ике өләсәйебеҙ бар, Икеһе лә тиҫтерҙәр. Беренсеһе атайымды, Икенсеһе әсәйемде Кеше итеп үҫтергән. Ике өләсәйебеҙ бар, Икеһен дә яратабыҙ, Уларға эш ҡалдырмайбыҙ, Бик бойоҡҡан саҡтарында Ҡайғыларын таратабыҙ, Икеһен дә яратабыҙ!

Минең өләсәйем” (Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр).

1 – се уҡыусы: Күңелдәргә шиңмәҫ нурҙар тула Яҙ байрамы булған өсөнмө? Иң ҡәҙерле итеп ҡабатлайым “Әсә” тигән бөйөк исемде! 2 – се уҡыусы: Әсәй! Әсәй! Ошо ябай һүҙҙә Йәшәй беҙҙең матур бала саҡ. Әсәкәйҙәр, һеҙгә баш эйәбеҙ, Баш эйәбеҙ һеҙгә алмашлап! 3 – сө уҡыусы: Бөтәбеҙҙең исемдән бөгөн үҙегеҙгә сыуаҡ көндәр, ҡоростай һаулыҡ, бәхет-ҡыуаныстар, эшегеҙҙә уңыштар, ә иң мөһиме беҙҙе һәйбәт тәрбиәләүегеҙҙе теләйбеҙ.

Әсәйҙәр, өләсәйҙәр өсөн әҙерләнгән бүләктәр тапшырыла.

Уҡыусылар үҙҙәренең иншаларын уҡыйҙар.

4 – се уҡыусы: Иртән иртүк күҙем асһам Йылы нурҙар иркәләй. Был - әсәйем уятҡан бит Ҡояш үбеп үткәндәй. 5 – се уҡыусы: Ҡояш! Әсәй! Икеһе лә, Ниндәй яғымлы исем. Күпме наҙ, күпме яҡтылыҡ Бөркә һәр бала өсөн. 6 – сы уҡыусы: Тағы тиҙерәк таңдар Уянһын тыуған ерҙә. Әсәләр! Ҡояш ғүмере Теләйбеҙ һеҙгә бөгөн.

Ҡояш ғүмере” йырын йырлайҙар.

7 – се уҡыусы: Әсәй менән тын алыуы еңел, Шуға ла бит беҙҙең яҡтарҙа Ғәзиз Ватанды ла яҡын күреп, Илем-әсәйем тип атайҙар. 8 – се уҡыусы: Әсә һәм Ватан һүҙҙәре Әйтерһең дә игеҙәк. Ватанды иҫкә алабыҙ Һәр ваҡыт әсә тиһәк.

Йыр “Яратам мин илемде

9 – сы уҡыусы: Донъяла именлек булһын, Тыныс йәшәһен халыҡ. Ҡайғы күрмәһен әсәйҙәр Хәүефтәрҙән һыҙланып. 1 – се уҡыусы: Тик шатлыҡ ҡына килтерһен Һәр көнөндә һәр эше. Бер ваҡытта түгелмәһен Әсәләрҙең күҙ йәше. 2 – се уҡыусы: Бөтә әсәләргә ҡояш Тигеҙ өләшһен нурын, Таңыбыҙ нурлы булһын! (Хор): Таңыбыҙ нурлы булһын! 3 – сө уҡыусы: Ишетелһен беҙҙең сәләмебеҙ Әсә торған бөтә йорттарға. Килдек, әсәләр, беҙ һеҙҙе Байрам менән ҡотларға. Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә (Хор менән) Әсәйҙәр, һеҙгә рәхмәт! Бөтмәҫ дәрт һәм көс биргәнгә (Хор менән) Әсәйҙәр, һеҙгә рәхмәт! Илде һөйөүсән булғанға (Хор менән) Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт! Һәр ваҡыт көләс булғанға (Хор менән) Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт!



Ҡәҙерле байрам” йыры.

4 – се уҡыусы:  Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ! Һеҙ-тыйнаҡ та, һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә, түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме, аштарыбыҙҙың тәме. Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,  һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.

5 –се уҡыусы: Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн, айырылғыһыҙ. Ҡәҙерле әсәләр! Был бер бөтөнлөк, бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағы ла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

6 – сы уҡыусы: Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә арналған байрамыбыҙ аҙағына ла етте. Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.

Уҡытыусы: Әсә мөхәббәтенән дә изге нәмә юҡ. Ниндәй яғымлы, изге йөрәкле ул әсә! Һин бишектә ятҡанда, тау саҡлы мәшәҡәт сиккән кеше – ул һинең әсәйең. Ул һине иң тәүге һүҙеңде әйтергә өйрәткән. Ә ҡулыңа ҡалаҡ тоторға, тәпәй баҫырға, тәүге аҙымыңды атларға кем өйрәтте? Әсә! Ал сәскәне ал тип, зәңгәрен зәңгәр тип әйтергә, бит-ҡул йыуырға, туғайҙа еләк өҙөргә, йырларға кемдән өйрәндең? Ауырыған сағыңда күҙен дә йоммай һинең эргәңдә ултырған кем ул? Әсәйең! Һине яҡлаусы, һаҡлаусы, йыуатыусы, һиңә дәрт биреүсе лә - әсәйең! Һин уның – маҡсаты, хыялы, ҡыуанысы. Уҡыусыларым! Ошо һүҙҙәрҙе һис онотмаһағыҙ ине. Һеҙ әсәйҙәрегеҙ алдында мәңге бурыслыһығыҙ.

Ә хәҙер байрам өҫтәленә сәй эсергә саҡырабыҙ.

Йырҙар

Минең өләсәйем” йыры. Өләсәйемдең сәстәре ап-аҡ, Ерҙәге ҡарҙай күренә ялтлап, Һүҙҙәре уның күңелгә яҡын, Йөҙө мөләйем, ҡулдары алтын. Ул эшһеҙ тормай, йә иҙән йыуа, Йә ҡош-ҡорттарын баҡсанан ҡыуа, Йә күлдәк тегә, йә һырый юрған, Йә түр тәҙрәгә әҙерләй ҡорған. Өләсәйемдең сәстәре ап-аҡ, Ерҙәге ҡарҙай күренә ялтлап, Ваҡытын бер ҙә ул әрәм итмәй, Иллә үҙенең эше һис бөтмәй.

Ҡояш ғүмере” йыры. Бер ҡыҙ бала йыр сығарған Бағышлап әсәһенә. Икәү бергә йырлайыҡ тип Өйрәткән энеһенә. Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый Мәңге нур һибә. Ҡояш ғүмерен теләйем Әсәйем һиңә. Йырҙы шишмәләр ишеткән Ҡоштар отоп алғандар. Һандуғастар һәм турғайҙар Матур көйгә һалғандар. Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый Мәңге нур һибә. Ҡояш ғүмерен теләйем Әсәйем һиңә. Ҡушыл һин дә, йырлайыҡ бергә Яңы матур көй тыуһын. Ерҙә әсәйҙәр ҡояштай Оҙон ғүмерле булһын. Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый Мәңге нур һибә. Ҡояш ғүмерен теләйем Әсәйем һиңә.

Яратам мин илемде” йыры Әсәй менән гөл ултырттыҡ Гөлдәр хуш еҫ тарата. Уңғаным, тип, үҫкәнем, тип Әсәй мине ярата. Гөлдәр хуш еҫ тарата Әсәй мине ярата Һәр көн һайын һыуҙар һибәм Яратам мин гөлөмдө. Гөлдәр кеүек илем матур – Яратам мин илемде. Яратам мин гөлөмдө Яратам мин илемде.


Ҡәҙерле байрам” йыры. Иң тәүге нәфис сәскәләр Әсәләр өсөн үҫкән. Яҙғы моңдар, таңғы нурҙар Шул сәскәләргә күскән. Юҡ. Әсәнән бөйөгөрәк, Изге, ҡәҙерле исем. Шуға әсәйҙәр байрамы - Байрам бөтәбеҙ өсөн.

Әсәйемә” йыры Биргәнhең hин миңә ал нурын таңдарҙың,
Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн даланың,
Биргәнhең ҡанаттар талпыныр сағымда,
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла.

Ҡушымта:
Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең,
Ҡуйының – гөл-баҡса, наҙлы ел – hулышың.
Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.

Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем,
Берҙән-бер бүләгем – тоғро йөрәгем.
Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға,
Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал.
Ҡушымта.

Бурыслы hиңә мин, әсәйем-алтыным,
Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын.
Ай менән ҡояшты бирергә уйланым,
Үрелеп алырға етмәне буйҙарым.

Ҡушымта.

Әсәйем” йыры Бәүелтеп йөрәгең түрендә,
Үҫтерҙең ҡәҙерләп һин беҙҙе.
Һин бүләк иттең бит ғүмергә
Был ҡояш, был күкте, был ерҙе.

Ҡушымта:
Һин беҙ тип, һин беҙ тип йәшәйһең,
Әсәйем, әсәйем,
Йыр итеп йылы һүҙ әйтәйем,
Әсәйем, әсәйем.

Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың, беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпындың оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды, беҙ киткәс.

Ҡушымта.

Үҙебеҙ – әсәләр, аталар,
Ғүмерҙәр ашығыс уҙыла,
Тик һинең күңелең юҡһына,
Өҙөлә, йөрәгең һыҙыла.

Әсәйем, ҡәҙерлем” йыры. Мин яратам әсәйемдең
Сәсен тарап үргәнен.
Тағы уның ихлас итеп
Өй балҡытып көлгәнен
Әсәй, әсәй ҡәҙерлем
Мәңге йәшә донъяла.
Бүләк иттең һин мине
Тылсымлы был донъяға. Мин яратам әсәйемдең

Ҡамырлы аҡ ҡулдарын

Уға ғына бағышлайым

Ошо күңелем йырҙарын.

Әсәй,әсәй ҡәҙерлем Мәңге йәшә донъяла

Һинһеҙ бик күңелһеҙ

Булыр ине донъяла.

Әсәйҙәр бер генә” йыры Әсәйҙәр йылмайғас Өй эсе йәмлерәк. Әсәйҙәр бешергәс Аштар ҙа тәмлерәк.

Әсәйҙәр яратҡас  Шат беҙҙең йөҙөбөҙ  Әсәйҙәр булғас  Бәхетле көнөбөҙ.

Әсәйҙәр бер генә Ҡәҙерен беләйек. Йөрәктең йылыһын Уларға бирәйек.

Әсәйҙәр йылмайһа  Өй эсе йәмлерәк. Әсәйҙәр бешерһә Аштар ҙа тәмлерәк.