Файл: 7 класта Д. Юлтыйы тормошо м ижады. Тимеркй флсфе хикйе Масат.docx
ВУЗ: Не указан
Категория: Не указан
Дисциплина: Не указана
Добавлен: 10.01.2024
Просмотров: 49
Скачиваний: 1
ВНИМАНИЕ! Если данный файл нарушает Ваши авторские права, то обязательно сообщите нам.
7 класта Д. Юлтыйҙың тормошо һәм ижады. “Тимеркәй фәлсәфәһе“ хикәйәһе
Маҡсат: Д. Юлтыйҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү, “Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәһе менән танышыу. Уҡыусыларҙа фекерләү, уйланыу ҡеүәһен үҫтереү. Тырышлыҡ, сабырлыҡ сифаттарына әйҙәү.
Йыһаҙландырыу: Дауыт Юлтыйҙың портреты, презентация.
I.Яҙыусының биографияһын өйрәнеүгә инеш
Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек? Бөгөн класта кем дежур? Дәрестә кемдәр юҡ?
Уҡыусы: Бөгөн класта мин дежур. Дәрестә бөтәһе лә бар.
Уҡытыусы: Үткән дәрестә ниндәй өй эше бирелгәйне?
Уҡыусы: Үткән дәрестә беҙгә Ш. Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғырын тасуири уҡырға өйрәнеп килергә ине.
Уҡытыусы: Бөтәгеҙ ҙә тасуири уҡырға өйрәнгәндер тип ышанам. Кем уҡып ишеттерегә теләй?
Уҡыусы: уҡый
II. Яҙыусының тормошо һәм ижады менән танышыу
Уҡытыусы: Афарин, уҡыусылар! Матур итеп уҡыныҙыҙ. Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Дәфтәргә яҙҙыртырға:
Д. Юлтый 1893 йылда Ырымбур губернаһындағы Юлтый ауылының ярлы ғаиләлә тыуа. 1921 йылда “Урал моңдары” тигән шиғыр йыйынтығы баҫылып сыға. 1934 йылда “Ҡан” романы донъя күрә. 1938 йылда репрессияға эләгеп һәләк була.
III. Һүҙлек эше
Уҡытыусы: Ҡыҙҙар һәм малайҙар, нимә ул фәлсәфә? Кем әйтә ала?
Уҡыусы: Фәлсәфә – ул философия тип тәржемә ителә.
Уҡытыусы: Эйе. Фәлсәфә – ғәрәп теленән ингән һүҙ. Тәбиғәт, йәмғиәт һәм фекер үҫешенең дөфөм ҡанундары тураһында фән.Дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып алығыҙ.
Ял минуты
Бер – баҫайыҡ,
киреләйек.
Ике тигәс,
эйеләйек.
Өс тигәндә тура баҫ,
Дүрт тигәндә
сүкәйҙек,
Биш тигәс тә
баҫайыҡ,
Алты тигәс,
бер-бер артлы
аяҡтарҙа һикерәйек.
Ә етелә ултырайыҡ.
IV. Әҫәр менән танышыу
Уҡытыусы: Хәҙер “Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәһен уҡый башлайбыҙ.
Өй эше: Хикәйәне уҡып бөтөрөргә. Д. Юлтыйҙың тормош юлын һәм ижадын белергә.